Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
20 Ғинуар 2022, 16:10

Афарин, Илүс!

Һәләтле малай вокал буйынса  төрлө  район конкурстарында әүҙем ҡатнаша.

Афарин, Илүс!
Афарин, Илүс!

Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Нәзифә  һәм Вилүс  Бикташевтарҙың ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә.  Нәзилә, Илүс, Илзидә  — мәктәп уҡыусылары, ата-әсәһенең ярҙамсылары. Һеңлеләре  Илгизә әле бәләкәй, икенсе йәше менән бара. Балалар барыһы ла яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша.

  Йәш ғаилә күптәргә үрнәк булып, бик матур йәшәй. Яңы йорт һалып сыҡҡандар, балаларға матур тәрбиә бирәләр.

 Бикташевтар йыр-моңға ғашиҡ ғаилә. Улдары Илүс тырыш, уңған, һәләтле бала. Ул вокал буйынса  төрлө  район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә айырыуса математика, хеҙмәт, йыр дәрестәрен ярата. 2021 йылдың декабрендә ул  район хакимиәте башлығы шыршыһында ҡатнашты.  Сарала Яңы йыл байрамына арналған әкиәт сәхнәләштерелде, райондың төрлө мәктәптәренән килгән уҡыу алдынғылары, һәләтле, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға Ҡыш бабай бүләктәре тапшырылды.

Лилиә Хәсәнова.

Читайте нас: