Йәнтөйәк
-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
17 Ғинуар 2022, 10:45

Телһөйәр ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Сөмбөл Шәрәфетдинова Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының республика этабында еңеү яуланы!

Телһөйәр ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Телһөйәр ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10 А класы уҡыусыһы Сөмбөл Шәрәфетдинова үткән йыл аҙағында Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының республика этабында ҡатнашып, 10-11 класс уҡыусылары араһында иң күп балл йыйып, еңеү яуланы. Телһөйәр ҡыҙ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.

— Сөмбөл бик тырыш, белемгә ынтылыусан, телһөйәр ҡыҙ, уҡыу алдынғыһы. Төрлө фәндәр буйынса район, республика конкурстарында, олимпиадаларҙа даими ҡатнаша. Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының республика этабында ла бик теләп ҡатнашты. Бәйге уҡыусыларҙы ижади эшкә ылыҡтырыу, балаларҙа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, мөһим рухи ҡиммәт булараҡ рус теле һәм әҙәбиәтенә ыңғай ҡараш формалаштырыу маҡсатында үткәрелде. Сөмбөл положениела бирелгән Рәсәй яҙыусылары юбилейҙары темаһын һайлап, билдәле рус балалар яҙыусыһы, шағирә Агния Барто тураһында бик йөкмәткеле инша яҙҙы. Унда яҙыусының ижадына туҡталып, үҙенең бала саҡ иҫтәлектәре менән бәйләне. Сөмбөл бәләкәйҙән Агния Бартоның шиғырҙарын яратып ятлап, уларҙы һөйләп, әҫәрҙәрен уҡып үҫкән.  Ул үҙенең ижади эшендә башланғыс кластарҙа ғына түгел, урта, өлкән звенола ла уҡыусыларҙы яҙыусының тәрбиәүи әһәмиәткә эйә әҫәрҙәре менән  таныштырып, ҡыҙыҡһындырып, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙең бер ысулы булыуын иҫбатланы. Сөмбөлдөң тырышлығы  жюри тарафынан юғары баһаланды, ул 10-11 класс уҡыусылары араһында иң күп балл йыйып, еңеүсе Дипломына лайыҡ булды, — тип һөйләне Сөмбөлдө конкурсҡа әҙерләүсе тәжрибәле остаз, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Фәнис ҡыҙы Ғәйбәҙуллина.

Илһөйәр Махатова.

Телһөйәр ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Телһөйәр ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Телһөйәр ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: