Башҡорт теле көнөндә Асҡын урта мәктәбенең 5-се В класында уҡыусыларға журналист һөнәре тураһында һөйләп, яңылыҡ һәм һүрәтләмә яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәйнем. Уҡыусыларға өй эше итеп, яҡындары тураһында һүрәтләмә яҙырға биргәйнем. Уҡыусылар дәртләнеп ҡалғайны һәм бына беренсе ҡәләм тибрәтеүселәр табылды ла. Иң өлгөрө һәм әүҙеме Данияр Сәлимгәрәев булып сыҡты. Түбәндә уның һүрәтләмәһен тәҡдим итәбеҙ.
“Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым! Мин һеҙгә үҙемдең ҡәҙерле кешеләрем - өләсәйем менән олатайым тураһында яҙырға булдым. Улар Асҡын районының Шишмә-Үрәкәй ауылында йәшәй. Уларҙың өйҙәре, үҙҙәре кеүек, матур. Олатайымдың исеме Әфхәт, өләсәйемдеке - Мәсниә. Олатайыма - 80 йәш, өләсәйгә - 72. Улар бик ҡунаҡсыл кеше. Туғандар менән йыйылғанда бик ҡыуанып ҡалалар. Олатай мәсеткә йөрөй. Өләсәй гөлдәр үҫтерә, бик тәмле итеп ашарға бешерә. Улар аҙбарҙа ҡош-ҡорт аҫрай. Бик татыу йәшәп яталар. Атайым кеүек таҙа ул үҫтергәндәре өсөн мин уларға рәхмәтлемен. Барлыҡ балаларға шундай атай һәм барығыҙға ла уңыштар, таҙалыҡ һәм татыулыҡ теләйем. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә иң яҡшы көндәр!”
Бына шундай бик матур, йылы, туғанлыҡ ҡиммәттәре менән һуғарылған һүрәтләмә килеп сыҡҡан. Афарин, Данияр!
Наилә Имаева.