Азалия — уҡыу алдынғыһы. Ул тик “5”ле билдәләренә генә өлгәшә. Үҙенең тырышлығы, алсаҡлығы, аҡыллылығы менән дуҫтары араһында хөрмәт яулаған. Азалия туған телен яратҡан, ихтирам иткән ҡыҙ. Ул лицейҙа башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Башҡорт теленән йыл да район олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Районда ғына түгел, республика конкурстарында ла призлы урындар яулай.