Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
4 Сентябрь 2020, 14:45

Афарин, Азамат!

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы класын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған Азамат Нафиҡов А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты эргәһендәге инженерия лицейына уҡырға инде

Азамат бәләкәйҙән маҡсатсан, белемгә ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫте. Мәктәптә яҡшы уҡыуы, әүҙем, тәртипле булыуы менән айырылып торҙо. Йыл да төрлө фәндәр буйынса үткәрелгән район һәм республика олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булды. Үткән уҡыу йылында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашып, математика буйынса призер булды һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы менән бүләкләнде. Тырыш егет физика, астрономия буйынса ла республика бәйгеһендә белемен һынап ҡараны. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Азаматты А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты эргәһендәге инженерия лицейына уҡырға саҡырып хат килә. Тырыш егет математика һәм физика фәндәре буйынса инеү имтихандарын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшыра. Шулай итеп, Азамат Нафиҡов хәҙер Ҡазан ҡалаһының абруйлы уҡыу йортонда белем ала.
  • Уҡыу, әлбиттә, мәктәптәге кеүек кенә түгел, ауыр. Бирелә миңә барыһы ла оҡшай. Йәшәү, уҡыу өсөн яҡшы шарттар ойошторолған, — ти Азамат.
  • Азаматҡа уңыштар ғына юлдаш булһын!
    Илһөйәр Махатова.
    Фотолар ғаилә архивынан.
    Читайте нас: