Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы А класы уҡыусыһы Айгөл Ғарифуллина (уҡытыусыһы Роза Ралиф ҡыҙы Нурмөхәмәтова) “Тере классика” Бөтә Рәсәй йәш шиғыр һөйләүселәр конкурсының төбәк этабында призер булды. Билдәле булыуынса, “Тере классика” – Рәсәйҙә булған иң масштаблы әҙәби проект. Ул балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең уҡыуға, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында үткәрелә.
Һәләтле ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә уҡыуы менән бер рәттән, Балалар сәнғәт мәктәбенә бейеү түңәрәгенә йөрөй, йырларға, тасуири итеп шиғыр һөйләргә ярата. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһенең район һәм республика этабында ла тәүҙәрәк - башҡорт, һуңғы йылдарҙа рус телендә һөйләп, призлы урындар яуланы.
Айгөлгә йылдан-йыл ҡолас йәйгән бәйгенең Бөтә Рәсәй кимәлендә лә уңыш йылмайһын, тип теләйбеҙ! Афарин!