Сарала йәмғеһе 12 мәктәптән 40 уҡыусы ҡатнашты. Йәш тикшеренеүселәрҙе төрлө проблемалар ҡыҙыҡһындырҙы. Улар араһында көнкүрешебеҙгә ҡағылғандары ла, тотош йәмғиәтте борсоғандары ла бар ине. Балалар эш барышында видеоматериалдар, буклеттар, дискылар әҙерләгән. Фәнни тикшеренеүҙәрен күптәр практик эш менән дәлилләп барҙы.
Уҡыусылар халыҡ араһында төрлө һорау алыуҙар ойошторған, архив материалдарына мөрәжәғәт иткән. Конкурста йылдағыса Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицей, Мишкә 2-се мәктәбе, Сурай ауылының мари гимназияһы, Камай, Кесе Нәкәрәк, Ҡайраҡ, Ленинское, Яңы Аҡбулат мәктәптәре уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.
“Фән һәм техника. Дизайн” номинацияһында үҙ ҡулдары менән мопед етештереүсе Яңы Аҡбулат мәктәбе уҡыусыһы Игорь Мурзанаев I урын яуланы. Ул был эше өҫтөндә ике йыл эшләгән. Үҫмер бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһына. Мопедтың двигателен “Урал” бысҡыһынан (бензопила) алып ҡуя. Әлеге көндә Игорь мопедына камералар ҡуйып, ҡышҡы вариантын эшләгән.
Мишкә 2-се мәктәбенән Тимур Музиповтың “Ғаиләмдең бюджеты” исемле эҙләнеү эше лә бик ҡыҙыҡлы ине.
“Тарих. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте. Лингвистика” номинацияһында 12 уҡыусы көс һынашты. Камай мәктәбенән Максим Алимпиевтың ауылдашы, Советтар Союзы Геройы Егор Орсаевич Орсаев тураһындағы "Ордер йылғаһы буйындағы батырлыҡ" эше иң яҡшыһы тип табылды. II урынға сығыусы Мишкә 2-се мәктәбе уҡыусыһы Ксения Глебова мари халҡының мунса менән бәйле ырым-йолаларын өйрәнгән. Шулай уҡ был секцияла татар, мари халҡының йолаларына, Бөйөк Ватан һуғышына арналған темалар яҡтыртылды.
“Башланғыс кластар” секцияһында алдынғылыҡҡа Ҡайраҡ мәктәбе уҡыусыһы Ангелина Михайлова сыҡты. Ул мари халыҡ әйтемдәренең хәҙерге көндә уҡыусылар араһында ҡулланылышын өйрәнгән. Шулай уҡ “Аттар нисек йоҡлай” (Анна Салмиярова, 1-се лицей), “Ниндәй һыуҙы эсергә?” (Элиза Ямиданова, 1-се лицей) исемле эҙләнеү эштәре жюри ағзаларында ҡыҙыҡһыныу уятты.
Еңеүселәрҙең эштәре Кесе фәндәр академияһы конкурсының республика этабына ебәреләсәк.