Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
11 Февраль 2020, 23:15

Күрешеп осрашыуға ни етә!

Баш ҡала гимназияларында уҡыусылар Солтанбәк мәктәбенә осрашыуға килә.

Солтанбәк ауылынан Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаттарында белем алыусылар мәктәпкә тиҫтерҙәре һәм уҡытыусылар менән осрашыуға килә. Был хаҡта мәктәп директоры урынбаҫары Алһыу Фәррәхова хәбәр итте.

Осрашыу бик йылы мөхиттә үтеп, дуҫтарса аралашыуға ҡорола. Ҡунаҡҡа килеүсе уҡыусылар музыка һәм һынлы сәнғәт донъяһы тураһында белгәндәре менән уртаҡлаша. Малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарындағы шарттар, дәрестәр, кластан тыш саралар тураһында һөйләй, тәьҫораттары менән ихлас бүлешә, үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштыра.Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары иһә уларҙы музыкаль номерҙар менән сәләмләй, уҡыуҙарында уңыштар теләй. Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойошторолған осрашыу бик йәнле һәм файҙалы үтә.

Наилә Имаева.

Алһыу Фәррәхова фотолары.

Читайте нас: