Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
11 Февраль 2020, 14:45

Афарин, Азамат!

Азамат Нафиҡов республика олимпиадаһында призер булды

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы “Б” класы уҡыусыһы Азамат Нафиҡов уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында математика буйынса призер булды.
Тырыш егет йыл да мәктәп, район олимпиадаларында еңеү яулай. Быйыл да беренселекте бирмәне. 3-4 февралдә остазы — математика уҡытыусыһы Людмила Сергеевна Вакутина етәкселегендә Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында булып, олимпиаданың республика этабында ҡатнашты. Сарала 7-11-се кластарҙан барлығы 270 уҡыусы ҡатнаша, шуларҙың 78-е — 9-сы класс уҡыусылары. Бәйгенең ике тур һөҙөмтәләре кисә билдәле була. Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың күбеһе Өфө ҡалаһы, Туймазы, Мәләүез райондарынан. Шулар араһында беҙҙең Азамат та бар!
  • Олимпиада биремдәре еңелдән булманы. Быйылғы уҡыу йылында физика, астрономия буйынса ла республика олимпиадаларында белемемде һынап ҡарағайным. Яратып уҡыған математика фәне буйынса призлы урын алыуыма бик шатландым. Мине әҙерләгән, төплө белем биргән уҡытыусым Людмила Сергеевнаға, уҡыуымда ярҙамлашҡан атай-әсәйемә рәхмәтлемен, — ти Азамат.
  • Азамат яҡшы уҡыуы, теүәл фәндәр менән кесе кластарҙан уҡ ҡыҙыҡһыныуы, тәртипле булыуы менән айырылып тора. Ул төрлө фәндәрҙән онлайн үткәрелгән Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ла ҡатнаша, тикшеренеү эштәре алып барып, проекттарын яҡлап призлы урындар ала.
    Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: