Йәнтөйәк
-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
11 Ноябрь 2019, 17:02

Гран-при яуланы

Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған “Тылсымлы микрофон” республика балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр йыр ижады фестиваль-конкурсы үтте.

Сара Президент гранттары фонды һәм Өфө ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы ярҙамында ойошторолдо. Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең V класс уҡыусыһы Искәндәр Хәсәнов та ошо абруйлы ижад бәйгеһендә ҡатнашты. Конкурсанттар сығышын баш ҡалаға Мәскәүҙән, Ҡазандан, Екатеринбургтан килгән абруйлы жюри баһаланы.

Искәндәр ете йәшенән Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә педагог Зилә Ҡотдосова етәкселегендә вокал менән шөғөлләнә, “Иҙел” малайҙар хоры солисы булып тора, баян класы буйынса музыка мәктәбендә уҡый.

Һәләтле малайҙың дипломдары байтаҡ: “Сикһеҙ һәләт” республика конкурсында — 1-се дәрәжә, “Яҙғы тамсы” төбәк конкурсында — 2-се дәрәжә лауреат, “Һәләттәр йондоҙлоғо” олимпиадаһында еңеүсе булды. Хәҙер иһә Искәндәрҙең ҡаҙаныштары иҫәбенә 9-11 йәштәге йырсылар араһында “Эстрада вокалы (соло)” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат дипломы һәм “Тылсымлы микрофон” республика балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр йыр фестиваль-конкурсының Гран-прийы өҫтәлде.

Искәндәрҙе оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм уға йыр һәләтен үҫтереп, артабан да ижади уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.


Люция КАРАМОВА
Читайте нас: