Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған конкурсты Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының йәштәр бүлеге һәм Балалар сәнғәт мәктәбе уҙғарҙы. Быйыл Асҡын, Ҡашҡа, Солтанбәк, Табаҫҡытамаҡ, Арбаш, Ҡышлауйылға, Иҫке Ҡаҙансы ауылдарынан барлығы 67 бәйгесе ҡатнашты. Балаларҙың һәләттәрен асыу, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолған конкурста еңеүселәр 12-18, 19-30 йәш категорияһында айырым билдәләнде.