Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
27 Март 2019, 18:57

Ҡышлауйылға һәм Яңы Ҡаҙансы уҡыусыларына еткәндәр булманы

Был бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Динара Шәрифханова (5-се класс) 800 юл ятлап, 5-8-се кластар араһында I урынға сыҡты.


Яңы Ҡаҙансыларҙан Ильяс Латыпов, Илмир Хәсәнов, Надежда Миңлеғәлиева, Илнур Шакиров ролдәрҙе иҫ китмәле оҫта итеп уйнаны (уҡытыусылары Алһыу Хәсәнова). Ильяс Латыпов менән Илмир Хәсәнов иң сағыу роль өсөн номинацияларҙа билдәләнде. Ә Илнур Шакировҡа “Иң яҡшы Урал образын башҡарыусы” номинацияһы эләкте.
Һәләте менән бөтәһен дә хайран иткән Ильястың эпосты яттан һөйләүен жюри ағзалары (I-III кластар араһында) I урынға лайыҡ, тип тапты.
Читайте нас: