Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
18 Декабрь 2018, 13:44

Бөрөнән Максим Шәйбәков Кремль шыршыһына бара


Бөрө ҡалаһы 9-сы мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Максим Шәйбәков Башҡортостан уҡыусылары менән бергә Мәскәүгә Шыршы байрамына барасаҡ. Максим - уҡыу алдынғыһы, өсөнсө йыл еңел атлетика менән шөғөлләнә. Бейеклеккә һикереү буйынса район, республика кимәлендә бер нисә тапҡыр призер һәм еңеүсе булған. Былтыр Ҡазанда үткән Бөтә Рәсәй ярышында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, беренсе урын яулаған. Быйыл иһә Мәскәү Кубогында еңеүсенән әҙ генә ҡалышып, II урынға сыҡты. Максимды баш ҡалала Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, яңы дуҫтар, мөғжизәле тамашалар көтә.
Читайте нас: