Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
14 Декабрь 2018, 17:48

Борайҙан Әҙилә Шакирова әҙәби бәйгелә еңгәне өсөн бүләкләнде

Өфөлә Конгресс-холда Башҡорт теле көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм Мәғариф министрлығы ойошторҙо. Сараға хөрмәтләү өсөн республиканың мәғариф учреждениеларынан 200-ҙән ашыу уҡыусы — республика олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре саҡырылды. Районыбыҙҙан Әҙилә Шакирова ла тантанала ҡатнашты.


Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Әҙилә Шакирова Башҡортостан Республикаһының һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналған “Башҡортостандың йөҙ шағиры” республика әҙәби марафонының еңеүсеһе булды.

Бәйге ике турҙан тора. Беренсеһенә тырыш ҡыҙ татар телендә шиғырҙың видеояҙмаһын ебәрә. Жюри ағзалары икенсе турға 10 ҡатнашыусыны һайлап ала. Интернет-тауыш биреү һөҙөмтәһендә Әҙилә Шакирова иң күп балл йыя.

Сарала Әҙиләгә Дипломды һәм бүләктәрҙе Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин тапшырҙы. Һәләтле уҡыусыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уҡыуында яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: