Борай районынан Мәскәүгә барыусы Родион Раянов Борай 2-се гимназияһында VII В класында белем ала. VI класҡа тиклем Ҡасияр урта мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған.
Тырыш малай белем усағында һәм класта үткән төрлө сараларҙа, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Спорт менән етди шөғөлләнә. Еңел атлетика һәм саңғы буйынса секцияларға йөрөй. Район, төбәк, республика ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ул киләсәк тормошон да спорт менән бәйләмәксе.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Родион класташтарына ла ярҙамсыл, асыҡ, тәртипле, ҡушылған һәр эшкә яуаплы ҡарай. Класс етәксеһенең “уң ҡулы” тиергә була уны.