Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
12 Декабрь 2018, 19:33

Асҡындан Юлиә Тимерғәлиева Мәскәүгә Президент шыршыһына бара

Асҡын 2-се мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Юлиә Тимерғәлиева Мәскәүгә илебеҙҙең төп Шыршы байрамына барыуына бик шат. Ул 11 йәштән самбо менән шөғөлләнә. Республикабыҙҙа һәр саҡ I, II урындар ала. Юлиә Пенза ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй турнирында ла үҙен һынаған. Бында ул III урынға сыҡҡан. Ул футбол менән дә мауыға.

Юлиә көслө генә түгел, хисле лә ҡыҙ. Ул төрлө ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнаша. Уҙған йыл Өфөлә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә I урын яулаған. Ул жюри ағзаларын ҡубыҙ һәм думбырала оҫта уйнап хайран итә.
Читайте нас: