Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
11 Декабрь 2018, 10:59

Балтастан Президент Шыршыһына Азалия Хәсәнова бара

Ул был сәйәхәткә барырға тулыһынса лайыҡлы! Талантлы ҡыҙ Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рәзидә Әхмәтова етәкселегендә вокал серҙәренә өйрәнә. Йәш йырсы район сәхнәһендә генә түгел, республикабыҙҙың ҙур ҡалаларында үткән конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Уҙған йыл Бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат исемен яуланы. Быйылғы йыл уға ике етди еңеү бүләк итте: Сибай ҡалаһында үткән XIV “Ирәндек моңдары” башҡорт йырын башҡарыусылар һәм Туймазыла үткән “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йыры төбәк-ара бәйгеләрендә 3-сө дәрәжә лауреат дипломдарына эйә булды. Әлбиттә, еңеүҙәр еңел бирелмәй. Азалия яҡшы һөҙөмтәләргә көндәлек тырышлығы, маҡсатсанлығы, тәбиғи һәләтен үҫтереүҙә туҡталып ҡалмай, гел алға ынтылыуы менән ирешә. Уҡыуҙа ла, ижадта ла һәләтле ҡыҙға күңелле сәйәхәт теләйбеҙ!