Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
3 Декабрь 2018, 11:54

Урал батыр тоҡомдары һынатманы

Өфөлә “Урал батыр” эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя телдәрендә һөйләү буйынса IX Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһендә матур сығыштары менән жюри күңелен арбаған уҡыусыларыбыҙ ҙа бар. Ҡашҡанан Дилә Хажиәкбәрова (етәксеһе Ирина Мәснәүиева) — “Актерлыҡ оҫталығы”, ә Ҡышлауйылғанан Динар Шәрифханов (етәксеһе Эльмира Шәйхуллина) “Рухлы һәм тасуири телмәре өсөн” номинацияһына лайыҡ булған. Солтанбәк мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Азалия Миңлеғәлиева ла (етәксеһе Алһыу Фәррәхова) һынатманы. Эпосты рус телендә ятлаған ҡыҙ ялҡынлы сығышы менән барыһын да һоҡландырған.
Читайте нас: