Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
1 Декабрь 2018, 16:59

Рухлылар, телһөйәрҙәр "Урал батыр"ҙа лайыҡлы сығыш яһаны

Өфөлә “Урал батыр” эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя телдәрендә һөйләү буйынса IX Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһендә Асҡын 1-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары Максим Рогатин, Руслан Кулик, 8-се кластан Диана Зиннурова (етәкселәре Татьяна Щербинина, Елена Рогатина, Алевтина Солодова) эпосты рус телендә сәхнәләштереп, II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Был һәләтле уҡыусыларҙың сығышы номинацияла ла билдәләнде. Виктория Никитина ла икенсе урынға сыҡҡан.

Ошо уҡ мәктәптән Динара Шакированың (етәксеһе Альмира Хәбибуллина) инглиз телендәге сығышы жюри тарафынан икенсе урынға лайыҡ тип баһаланған.






Читайте нас: