Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
30 Ноябрь 2018, 19:02

“Урал батыр”ҙан еңеү менән ҡайтты асҡындар

Өфөлә “Урал батыр” эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя телдәрендә һөйләү буйынса IX Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте. Үҙ район, ҡалаларында еңеүселәрҙе генә түгел, сит илдән килгән бәйгеселәрҙе лә изге маҡсатта берләштергән сарала Асҡындың 1-се һәм 2-се, Ҡашҡа, Солтанбәк, Ҡышлауйылға мәктәптәренән 11 уҡыусы ҡатнашты. Күптәр һынауҙы лайыҡлы үтеп, призлы урынға сыҡты.Уларҙың ҡайһы берҙәре менән һеҙҙе таныштырабыҙ.


Асҡын 2-се мәктәбе уҡыусылары Азамат Фәтхетдинов (VIII класс, етәксеһе Айгөл Хәтмуллина) менән Азалия Шаһиева (V класс, етәксеһе Дилбәр Заһиҙуллина) — III, Диана Әхмәрова (V класс, етәксеһе Роза Нурмөхәмәтова) II дәрәжә Дипломға лайыҡ.
Читайте нас: