Асҡын 1-се мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары һәм сит телдәрҙә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең IX Халыҡ-ара конкурсы үтеүе, башҡорт телендә 18 бала ятлауы тураһында хәбәр иткәйнек.
Рус телендә эпосты — 36, ә инглиз телендә алты бала һөйләгән. Рус телендә ятлаусылар араһында Диана Әхмәрова (5-7-се кластар араһында) менән Азамат Фәтхетдинов (8-11-се кластар араһында) еңеүсе булды. Иртәгә конкурс еңеүселәре районыбыҙ данын Өфөлә яҡлаясаҡ.