Әсәйем асыҡ йөҙлө, йомшаҡ ҡуллы, ғәҙел холоҡло. Күңелендә күпме наҙ, һөйөү, йылылыҡ. Ул тирә-яҡта тик яҡшылыҡ, матурлыҡ, изгелек күрергә генә ынтыла. Мин уны бик яратам һәм һәр саҡ ярҙам итергә тырышам. Әсәйем төрлө көйҙәр тыңларға ярата. Миңә лә йыр-моң оҡшай, тағы ла бейергә яратам.
Әсәйемдең исеме Лена, уға 46 йәш. Ул уңған, тырыш, сабыр, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл кеше. Ике балаға ғүмер биреп, беҙҙең янға ауыр сирҙән вафат булған туғанының улын да тәрбиәгә алып, наҙлап үҫтерә. Әсәйебеҙ өсөн беҙ барыбыҙ ҙа ҡәҙерле. Хәлебеҙҙе бер ҡарауҙан аңлай, ауыр саҡтарҙа кәңәштәрен бирә, йыуата. Мәктәптән ҡайтыуымды һәр саҡ тәмле аштар бешереп көтөп ала, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, көндәлектәге билдәләремде лә ҡарай, һораша. Донъялағы иң яҡын һәм ғәзиз кешемдең киләсәктә лә һау-сәләмәт булып, беҙҙе гел шулай һөйөндөрөп йәшәүен теләйем.
Әсәйемдең исеме Алһыу, уға 53 йәш. Ул ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне. Күпме балаға белем һәм тәрбиә биреп, тыуған яҡҡа һөйөү, тормошҡа әүҙем ҡараш, бер-береңә ихтирам тәрбиәләгән ул. Хәҙер уҡыусылары үҙҙәре ҙур кешеләр булып, ғаилә ҡороп, күптән балалар үҫтерә. Күп йылдар үтһә лә, уҡытыусыларын онотмай, хәл белешә, хөрмәт итә.
Мин дә әсәйемде ныҡ яратам, хөрмәт итәм. Уның йылы һүҙен, наҙлы ҡарашын, һөйөүен тойоп, иғтибар һәм хәстәрлектә үҫәбеҙ.
Минең иң ҡәҙерле, иң ғәзиз, иң яҡын кешемдең исеме Илгизә. Ул — Ҡушманаҡ ауыл клубы мөдире. Үҙе бик уңған, нимәгә генә тотонһа ла, бөтәһен дә еренә еткереп эшләй. Бешергән аш-һыуҙары ла телеңде йоторлоҡ, ә ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә тәмле ҡайнатмалар, тоҙланмалар әҙерләмәй! Мин дә үҫкәс уның һымаҡ бар эшкә лә оҫта булғым килә.
Минең әсәйем бар күңел матурлығын һәм йылыһын кешеләргә өләшкән йомарт кеше. Исеме лә есеменә тура килә — Гөлназ, гөл-сәскәләр һымаҡ наҙлы, матур. Беҙҙе лә һөйөп, наҙлап, ҡул эштәренә өйрәтеп үҫтерә. Әсәйемдең тыуған көнө йәмле август айында. Үҙ ҡулдарым менән матур бүләк әҙерләп, ул көндө көтөп алам. Ҡотлауҙарға Айнур менән Алмаз ағайым да ҡушыла. Беҙ әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ, уға ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!