Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
18 Май 2018, 13:53

Ҡышлауйылғанан Динар Шәрифханов Гран-при яуланы

18 майҙа Асҡын 2-се мәктәбендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса 20-се тапҡыр уҙғарылған республика йәш сәсәндәр конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда районыбыҙҙың 9 мәктәбенән 14 уҡыусы зиһен һәм хәтер көсөн һынарға килгәйне.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса V-VII класс уҡыусылары араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр район конкурсында Ҡышлауйылға мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Динар Шәрифханов (уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина) Гран-при яуланы. Тырыш егет эпостан 820 юл ятлап, образға инеп, бик матур итеп һөйләне. I урынға Ҡубияҙ мәктәбенең V класс уҡыусыһы Зарина Фаманова (уҡытыусыһы Резеда Ғәлләмова) сыҡты. Телһөйәр ҡыҙ бәйгелә быйыл беренсе тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, сәхнәлә үҙен ышаныслы тотоп, тасуири һөйләне. Зарина 320 юл ятлаған. Ҡарткиҫәк мәктәбенең V класс уҡыусыһы Вилназ Ахунов артислыҡ оҫталығы, ҡыйыулығы, таҙа телмәре менән барыһын да һоҡландырҙы.Тырыш малай 250 юлды яҡшы итеп хәтерендә ҡалдырған. Уҡытыусыһы Рәйлә Аснаф ҡыҙы менән ҡубыҙҙа ла матур итеп уйнарға өйрәнгән. Вилназ II урынға лайыҡ булды. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Алина Шәймәрҙәнова (уҡытыусыһы Альмира Әхмәтова) 3-сө урын яуланы. Бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашыусы һәләтле ҡыҙ 200 юл ятлап килгән.


Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Лилиә Заманова (уҡытыусыһы Альмира Әхмәтова), Асҡын 1-се мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Ләлә Ғәләүетдинова (уҡытыусыһы Гөлфирә Ғәлимова) номинацияларҙа еңеү яуланы.

Уҡыусыларҙың барыһы ла район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Читайте нас: