Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
18 Май 2018, 16:32

Ҡышлауйылға мәктәбе командаһы — еңеүсе!

Бәйгенең икенсе турында йәш таланттар башҡорт эпостарынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Иҫке Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға, Ҡарткиҫәк һәм Солтанбәк мәктәптәре командалары бик матур итеп әҙерләнеп килгән. Башҡорт эпосын сәхнәләштереүҙә бәйгеселәр “Урал батыр” эпосынан тыш, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Саҡ менән Суҡ”тан өҙөк сәхнәләштерҙе. Һүҙ оҫталары Урал, Шүлгән, Йәнбирҙе менән Йәнбикә, Заятүләк, һыуһылыу, Саҡ, Суҡ һәм башҡа образдарҙы уңышлы һынландырҙы, уларҙы асыуға өлгәште, бар оҫталыҡтарын һалды.

Сәхнәләштереү турында Ҡышлауйылға мәктәбе I урынға лайыҡ булды. Ҡарткиҫәктәр II урынға сыҡты. Солтанбәктәр — “Сағыу башҡарыу өсөн”, ҡаҙансылар “Композиция бөтөнлөгө һәм йөкмәтке тәрәнлеге өсөн” номинацияларында еңеү яуланы.
Читайте нас: