Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
12 Апрель 2018, 18:19

Ҡышлауйылға уҡыусылары әкиәт һөйләү буйынса ярышты

Әкиәт – ул халыҡтың уй-хыял емеше. Әкиәт геройы – халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән ыңғай персонаж. Тап бына ошо яғы менән әкиәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Халыҡ ижадының ошо жанры буйынса бына ике йыл инде Ҡышлауйылға урта мәктәбендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» тип исемләнгән конкурс ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә

Әкиәт – ул халыҡтың уй-хыял емеше. Әкиәт геройы – халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән ыңғай персонаж. Тап бына ошо яғы менән әкиәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Халыҡ ижадының ошо жанры буйынса бына ике йыл инде Ҡышлауйылға урта мәктәбендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» тип исемләнгән конкурс ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Уның маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү. Бәйге шарттары буйынса, ҡатнашыусы халыҡ әкиәтен һөйләргә тейеш.Конкурста I -IV һәм V-VII класс уҡыусылары һынау тота. Ҡатнашыусылар һаны йылдан–йыл арта, уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаша. Беренсе урынды икенсе класс уҡыусыһы Илсинә Хабибова яуланы. Ул башҡорт халыҡ әкиәте “Алдаҡсы себеш”те һөйләне. Икенсе урында өсөнсө кластан Рәзилә Шарифханова, өсөнсө урынды өсөнсө класс уҡыусылары Алена Апҡаниева, Азалия Шәмсиярова бүлеште.Уртансы кластар араһында беренселеккә 5-се кластан Әлфиә Вәлиева, 7-8-се кластан Динар Шәрифханов һәм Алина Саттарова сыҡты. Икенсе урында Нурсилә Шәрифханова, Нуранил Садиҡов(5-се класс).
Эльмира Шәйхуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: