Борай 2-се гимназияһында балаларҙың тормошонда китап ҙур урын алып тора. V “б“ класы уҡыусыһы Элина Муллаярова өсөн китап иң яҡын һәм тоғро дуҫ. Ул китаптарҙың төрлө илдәр буйлап сәйәхәт иттереп, тормошобоҙҙо ҡыҙыҡлы яһай алыуы, күп һорауҙарға яуап биреүе, ябай булмаған хәлдәрҙән дөрөҫ сығыу юлдарын күрһәтеүе тураһында һөйләй. Тырыш ҡыҙҙың көндәлегендә тик “5“ билдәләре генә. Бынан тыш, ул төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә лә өлгөрә. Элина шиғырҙар һәм хикәйәләр ҙә яҙа. Улар район гәзитендә баҫыла. Элинаның хыялы — киләсәктә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, бөтә балаларҙы ла китап уҡырға һәм уны яратырға өйрәтеү.