Был мөләйем ҡыҙ Бөрө ҡала китапханаһының әүҙем уҡыусыһы Камилла Солтангәрәева. Ул 8-се мәктәптең III класында белем ала. Камилла – китап һөйөүсе генә түгел, ә китапхана ойошторған түңәрәктәрҙә һәм әҙәби кисәләрҙә ихлас ҡатнашыусы. Уға бигерәк тә хайуандар тураһындағы китаптар, балалар энциклопедияһы, тирә-яҡты танып белергә өйрәтеүсе журналдар оҡшай. Камилла башҡорт яҙыусыһы Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның Барон исемле бесәйҙең мажаралары тураһындағы китабын да яратып уҡыған. Хәҙерге яҙыусыларҙан ул Тамара Крюкованың, Холли Вебтың йорт хайуандары тураһындағы әкиәт-повестарын һайлай. “Кескәй дуҫыбыҙ үҙенең уҡыған китаптары, оҡшаған геройҙары һәм әҫәрҙә барған ваҡиғалар тураһында фекер алышырға ярата. Камилла мәктәптә лә яҡшы уҡый. Бейей, анимация студияһында шөғөлләнә, әсәһенә, кескәй туғандарына ярҙам итеп тә өлгөрә“,–ти китапханасылар.