Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
4 Апрель 2018, 16:55

Ҡариҙелдән Рафаэль Шәйхетдинов хәрби темаға өҫтөнлөк бирә

Ҡариҙел 1-се мәктәбе уҡыусыһы Рафаэль Шәйхетдинов мәктәптәалдынғы уҡыусыларҙың береһе. Ул Iкластан башлап отличник булып, кластан тыш уҡырға бирелгән бөтә китаптарҙы ла уҡыған.Хәҙер тарихи һәм хәрби темаларға өҫтөнлөк бирә.

Ҡариҙел 1-се мәктәбе уҡыусыһы Рафаэль Шәйхетдинов мәктәптә алдынғы уҡыусыларҙың береһе. Ул I кластан башлап отличник булып, кластан тыш уҡырға бирелгән бөтә китаптарҙы ла уҡыған. Хәҙер тарихи һәм хәрби темаларға өҫтөнлөк бирә. Геройҙарҙың ҡаһарманлығы егетте батырлыҡ, изгелек эшләргә сәмләндерә. Күтәрелгән һорауҙары менән бер ҡасан да актуаллеген юғалтмаған Михаил Булгаковтың «Мастер и Маргарита» романын да ул яратып уҡып сыҡҡан. Рафаэль шахмат менән мауыға, гитарала уйнай. Ә киләсәктә хәрби һөнәр үҙләштереп, тормошон Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға бағышларға хыяллана.
Люция Карамова.
Читайте нас: