Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
3 Апрель 2018, 16:07

Иҫке Балтастан Артем Ғәлимов сит ил әҙәбиәтен уҡырға ярата

ИҫкеБалтас 1-се мәктәбенең VI «б» класы уҡыусыһы Артем Ғәлимов бәләкәйҙән китаптар уҡырғаярата. Ул балалар китапханаһының иң әүҙем уҡыусыларының береһе.

Иҫке Балтас 1-се мәктәбенең VI «б» класы уҡыусыһы Артем Ғәлимов бәләкәйҙән китаптар уҡырға ярата. Ул балалар китапханаһының иң әүҙем уҡыусыларының береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: Артем китапханаға һәр саҡ тиерлек атаһы Руслан һәм әсәһе Гөлнара менән бергә килә. Улдарының киләсәген хәстәрләгән ата-әсә Артемды мәктәпкә ингәнсе үк китапханаға алып килгән. Башланғыс кластарҙа ул Э. Успенский, Б. Заходер, Н. Носов, С. Маршак китаптарын уҡыһа, хәҙер инде сит ил әҙәбиәтен үҙләштерә. Д. Дефо, Дж. Роулинг, П. Трэвэрс, К. Дойль китаптарының күбеһен уҡыған да инде. Уның уҡыусы формулярында ике йөҙҙән артыҡ китап исеме теркәлгән. I класта уҡыған ҡустыһы Денис та китапханаға йөрөй.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: