Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
3 Апрель 2018, 14:34

Асҡын ҡыҙы Алһыу Әхмәтдинова китап уҡыу менән мауыға

Асҡын 2-се мәктәбенең Vкласс уҡыусыһы Алһыу Әхмәтдинова биш йәшендә үк үҙ аллы уҡырға өйрәнеп, бик күпкитап, журнал уҡыған.

Асҡын 2-се мәктәбенең V класс уҡыусыһы Алһыу Әхмәтдинова биш йәшендә үк үҙ аллы уҡырға өйрәнеп, бик күп китап, журнал уҡыған. Хәҙер тарих, космос тураһында әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Үҙенә кәрәкле китапты тапмаһа, китапханала заказ бирә. Алһыу тураһында: «Бирелеп китап уҡыусылар бик күп. Шулай ҙа Алһыу һәр яҡлап һәләте булыуы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Уҙған йыл китап уҡыусы балалар араһында ойошторолған бәйгелә еңеп, «Йыл уҡыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Ә быйыл үҙе жюри ағзаһы буласаҡ», — ти китапханасылар.
Алһыу донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең «Һаумы, һауымы, әкиәт!», «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр район бәйгеләрендә лә сығыш яһап, призлы урындар яулай. Ул компьютерҙы ла бик яҡшы белә.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: