Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
2 Апрель 2018, 14:26

Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртә

«Һин супер»проектының беренсе турының һуңғы һигеҙенсе сығарылышы ваҡытында НТВ телеканалыэфирында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Башҡортостандан килгән 15 йәшлек ҡыҙ өсөнтәүге тапҡыр шоуҙың ҡағиҙәләре үҙгәртелде.

«Һин супер» проектының беренсе турының һуңғы һигеҙенсе сығарылышы ваҡытында НТВ телеканалы эфирында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Башҡортостандан килгән 15 йәшлек ҡыҙ өсөн тәүге тапҡыр шоуҙың ҡағиҙәләре үҙгәртелде. Рәүил ауылынан Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йырын башҡарҙы, ләкин бер жюри ағзаһы, Владимир Пресняков ҡына, йәшел төймәгә баҫты. Ҡыҙ сығыш яһау өсөн йырҙы дөрөҫ һайламаған, тигән фекергә килде уның коллегалары һәм унан халыҡ йырын башҡарыуҙы һораны. Яҡташыбыҙ башҡорт йырын йырлап күрһәткәндән һуң, Сергей Лазарев, Юлианна Карулова һәм Игорь Крутой йәшел төймәгә баҫты һәм ҡыҙҙың халыҡ йырҙарын башҡарыу һәләте ҙур булыуын билдәләне.
Әммә проект ҡағиҙәләре буйынса, судьяларға үҙҙәренең тәүге ҡарарын үҙгәртергә ярамай. Ләкин был көндө йондоҙҙар һәм уңыш Зарема яҡлы ине. Баҡтиһәң, яҙҙырған көндө бер эфирға ғына Виктор Дробышты алмаштырған Виктор Пресняковтың тыуған көнө булған һәм уға 50 йәш тулған, һәм ул үҙенә бүләк итеп Зареманы проектта ҡалдырыуҙы һораны.
«Бәлки, минең тыуған көнөмдә бер тапҡыр быны эшләргә мөмкиндер? Зинһар, үтенеп һорайым. Был ҡыҙ артабан сығыш яһарға хоҡуҡлы». Юбилярҙың һүҙен йыға алманылар. Шулай ҙа алып барыусы Вадим Такменев билдәле йырсынан икенсе эфирға ул үҙе ҡыҙыҡай менән шөғөлләнәсәк, тигән вәғәҙә алды. Пресняков шатланып риза булды.
Зарема үҙенең ҡотҡарыусыһына рәхмәт белдерҙе һәм тыуған көнө менән ҡотланы.
Шуның билдәләп үтергә кәрәк: ҡыҙҙың яҙмышы бик ауыр. Уның ата-әсәһе музыкант булған: атаһы синтезаторҙа уйнаған, әсәһе йырлаған. Гастролдәр ваҡытында улар ҡыҙҙарын һәм кесе улдарын өләсәй-олатайҙары менән ҡалдырған. Ләкин биш йәшендә атаһы вафат булған, әсәһе «йәшел йылан» менән дуҫлашҡан, һөҙөмтәлә бер туғандар балалар йортона эләккән. Ҡайһы берҙә өләсәһе менән олатаһы йәки ике туған ағаһы үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Ике йыл элек ул да яҡты донъя менән хушлашҡан. Әле Зарема әүәлгесә балалар йортонда йәшәй. Әсәһе лә килеп китә, ләкин ул балаларын үҙенең янына алырға йыйынмай. Ҡыҙыҡайға был кәрәкмәй ҙә, иң мөһиме, әсәһе иҫән булһын.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Зарема менән бергә тағы бер яҡташыбыҙ – 9 йәшлек Анжелика Лазарева ла киләһе турға үтте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: