Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
11 Ғинуар 2018, 18:38

Хыялым тормошҡа ашты

Ҡыш миҙгеленән мөғжизәләр көтәбеҙ. Декабрҙә минең дә бер изге хыялым тормошҡа ашты. Мин Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм төбәк символдарын һәм атрибуттарын белеүгә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы булараҡ, бәйгенең муниципаль һәм республика этаптарын уңышлы үтеп, Мәскәүгә барҙым.

Ҡыш миҙгеленән мөғжизәләр көтәбеҙ. Декабрҙә минең дә бер изге хыялым тормошҡа ашты. Мин Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм төбәк символдарын һәм атрибуттарын белеүгә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы булараҡ, бәйгенең муниципаль һәм республика этаптарын уңышлы үтеп, Мәскәүгә барҙым.
Илебеҙ баш ҡалаһында 11декабрҙән 16-һына тиклем булдыҡ. Был конкурста бөтә ил буйынса балалар ҡатнашты. Башҡортостандан туғыҙ бала барҙыҡ. Беҙҙе Балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм крайҙы өйрәнеү федераль үҙәгенә урынлаштырҙылар. Шул уҡ көндө конкурсты тантаналы асыу булды. Унда ҡатнашыусылар һәләтен күрһәтте: йырланы, бейене, үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләне. Ә мин Н. Помяловскийҙың “Очерки бурсы” повесынан өҙөк уҡыным.
Икенсе көндө эштәрҙе яҡлау башланды. Ҡатнашыусылар өс йүнәлеш: биҙәү-ҡулланма сәнғәте, әҙәбиәт һәм тикшеренеү эше буйынса сығыш яһаны. Оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, балалар инша, шиғыр, тикшеренеү эштәрен уҡыны, тәҡдим ителгән тема буйынса хикәйә төҙөнө, ҡулдан эшләгән әйберҙәре тураһында һөйләне.
Мәскәүгә барғас, уның иҫтәлекле урындарын күрмәй ҡайтып буламы ни?! Беҙҙе Ҡыҙыл майҙанға һәм ҡаланың башҡа һоҡланғыс ерҙәренә экскурсияға йөрөттөләр. Мин конкурстың әҙәби йүнәлешендә ҡатнашҡас, Көмөш быуат музейына, М.Ю. Лермонтовтың йорт-музейына барҙым.
Делегациябыҙҙан барыбыҙ ҙа яҡшы сығыш яһаны. Мин “Художестволы программалар конкурсы” номинацияһында — лауреат һәм “Әҙәби ижад” секцияһында дипломант булдым.
Мәскәүҙән тик ыңғай тәьҫораттар менән генә ҡайттым. Был конкурста ҡатнашыу яңы дуҫтар табырға, белемемде арттырырға, һәләтле балаларҙың сығышын күрергә мөмкинлек бирҙе. Сәйәхәт ваҡытында бер-беребеҙгә булышып, ярҙамлашып йөрөнөк. Яңы йыл алдынан һәр баланың да хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.
Алиса Иликбаева,
Сыбыҡ мәктәбенең
X класс уҡыусыһы.

Читайте нас: