Борай районы Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Әдилә Шакирова ла — тырыш уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Ул йырлай ҙа, бейей ҙә, пианинола ла уйнай. Мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙы оҫта итеп алып барыусы ла ул. Бынан тыш, Әдилә тырышып инглиз телен өйрәнә. “Урал батыр” эпосын сит телдәрҙә һөйләүселәрҙең район конкурсында ҡатнашып призлы урын яулағандан һуң, ул Өфөлә үткән “Урал батыр” эпосын Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың һәм сит телдәрҙә һөйләшеүсе йәштәрҙең 8-се республика конкурсында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Әдилә инглиз телендә сығыш яһап, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ул үҙенең ошо телдә яҡшы итеп һөйләшә белеүен һәм музыкаль һәләтен күрһәтте.
Әдилә тыуған еребеҙҙең күренекле шәхестәренең тормош юлы, ижады менән дә ҡыҙыҡһына. Тасуири уҡыу бәйгеләрендә төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сәнғәтле итеп яттан һөйләй, иншалар яҙа.
Үткән йәй Әдиләгә Әлшәй районының Чехов исемендәге ял йорто базаһында һәләтле балалар өсөн ойошторолған “Йәйләү” лагерына барырға насип булды. Унда тырыш уҡыусыбыҙ рәхәтләнеп ял итте, Башҡортостаныбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнде.