Бөтә яңылыҡтар
һәләтле балалар
9 Октябрь 2017, 18:44

Телһөйәр ҡыҙ

Ҡайынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һәләтле уҡыусылар бик күп.

Ҡайынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һәләтле уҡыусылар бик күп. Улар район, республика күләмендә үткәрелгән бәйгеләрҙә төрлө яҡлап үҙҙәренең белемен, оҫталығын күрһәтә. Шундайҙар араһында XI класс уҡыусыһы Регина Әхтәриева айырым иғтибарға лайыҡ.

Регина “бишле“ билдәләренә генә уҡый, үҙенә бик талапсан. Һәр эшкә яуаплы ҡарағаны, белемгә ынтылыусанлығы өсөн класташтарының һәм уҡытыусыларҙың ихтирамын яуланы.

Һәләтле ҡыҙға әсә телен үҙләштереү еңел бирелә. Ул рус, инглиз, туған телдәр буйынса район, республика фәнни конференцияларында сығыш яһап, олимпиадаларҙа ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге дипломдарға, грамоталарға эйә булды.

Үткән уҡыу йылында Регина районда үткәрелгән рус һәм татар телдәре буйынса олимпиадаларҙа еңеүсе булды. Татар теле һәм әҙәбиәтенән республика күләмендә ҡатнашып, БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнде.

Районыбыҙҙа уҡыуҙа айырыуса ҙур уңыштарға ирешкән уҡыусыларға район хакимиәте башлығы стипендияһы тапшырыла. Регина ла был юғары бүләккә лайыҡ булды. Киләсәктә лә тырыш ҡыҙыбыҙ һынатмаҫ, уға Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инеүен теләйбеҙ.

Зөлфирә Шакирова, Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: