Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Май 2020, 14:26

Ете ят йәр

(Хикәйә)

Бөттө, үлде, тағы әллә ниҙәр эшләне Ғүмәр – Хәнифә ҡайтҡан! Ләкин эске һәләтен йөҙөнә, һүҙенә сығарманы – ир булып йәшәү дәүерендә ул быға бик яҡшы өйрәнгәйне.

– Ҡайтһа һуң. Элек тә ҡунаҡ булып китә ине.

– Китмәй, ти, шул бына. Гүпсим ҡайтҡан, ти. Әллә инде һарыҡ көтөүен көтә башлаған, ти. Күрше бригадтан өй биргәндәр. Шул берәҙәккә, чечен...

Ғүмәр ҡатынына шундай итеп ҡараны, ул ҡараш башҡа килеп төшкән таш кеүек ауыр, шаңҡытҡыс, ут кеүек көйҙөргөс, үкһеп илаған баланың күҙ йәше кеүек ҡыҙғаныс ине. Мәҙинә: “Ярай, бөттө, бөттө”, – тип мығырҙана-мығырҙана тиҙерәк өйгә кереп китеү яғын ҡараны.

Ғүмәр ихата уртаһында ҡатып ҡалды – Хәнифә ҡайтҡан! Ниңә ҡайтҡан инде ул, йәрәхәтле йәшлекте иҫкә төшөрөп?! Инде онотолған кеүек ине. Күңеленә бер йыр килде:
Яңғыҙ ҡайын булмай, тиҙәр,
Була торғандыр инде лә:
Һәр кемдең дә бер хәсрәте
Була торғандыр инде...

“Ниңә япа-яңғыҙ? Хәйер, балалары үҫеп буйға еткәс, төрлө яҡҡа таралғандыр ҙа ти – янында Мөхәммәт булырға тейеш бит?! Гел генә парлашып ҡайталар ине, чечен кейәү кәләшен тыуған тупрағына яңғыҙ ғына аяҡ баҫтырманы. Әллә көнләште, әллә инде яратыуы шулай көслө ине. Яратҡандыр, инде дүрт бала атаһы булғас та, Кәркә урамында Хәнифәһен етәкләп, уның күҙҙәренә бағып юҡҡа ғына йөрөмәгәндер.

Хәнифәнең ҡайтыу хәбәре Ғүмәрҙең йоҡоһон тамам ҡасырҙы. Ул борғоланып, көрһөнөп ята-ята ла, түҙеме бөткәс, ихатаға сығып китә. Өй стенаһына арҡаһын терәп сүгәләп ултыра. Тәмәке ҡабыҙа... Ана Етегән йондоҙ. Йәш сағында, шаярып, Хәнифә уны Ғүмәргә бүләк иткән ине. Көлөп, шулай булаһын белгәндәй: “Мине һағынғанда шуға ҡарарһың!” – тигән ине.

Ғүмәргә ғүмер баҡый шунда уларҙың ҡараштары осрашалыр кеүек тойолдо. Үҙ йондоҙона ҡарап торһа, күңелендәге һағыш-хәсрәте еңеләйә ине. Шулай йәшәлде. Инде Ғүмәр йәшендә йәшлектең хыялый яландарын гиҙеү, үткәнен, инде кире ҡайтмаҫ саҡтарҙы һағыныу, уфтаныу, бәлки, килешмәйҙер, ләкин ни хәл итмәк кәрәк – онота алманы ул Хәнифәне. Оят булһа ла әйтәйек, йәшерәк сағында ҡатынын иркәләгәндә лә: “Хәнифә бит был!” – тип үҙ-үҙен алдарға, ышандырырға тырыша ине...

Шундай хәлдәр. Тимәк, ҡайтҡан. Бер күрәһе ине. Ғүмәр Хәнифә йәшәгән ауылға бармаҡсы булды, мотоциклын әллә нисә ҡабыҙып, әллә нисә һүндерҙе. Йәш-елкенсәк кеүек һантыйланып йөрөү уның йәшендәге кешегә һис кенә лә килешеп бөтмәй кеүек, тик ниндәйҙер көс уны ихатаға бәйләп тота ине.

...Һуңғы арала ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөгән Ғүмәргә Мәҙинә иртән сәй эсеп ултырғанда өҙҙөрөп былай тине:
– Һин, ҡарт, эт-ние һымаҡ һәлпәнләп йөрөмә әле – бар, бер ураштырып ҡайт! Кәтмәнгә һаплыҡ апҡайт! Бәрәңге күмергә ваҡыт. Кәркә пасадкаһындағы сәтләүек ағасы һапҡа бик ипле, еңел була торғайны. Шунан апҡайт! Мунса яғып торам – билеңде сабырға кесерткән апҡайт! Бар, бар, күҙ көйөгө булып торма! Ашарыңа ал, ишек төбөндә сумка менән. Көн оҙон.
Ғүмәр ҡуйы, һөтлө сәйен эсеп тә бөтөрмәне – юлға йыйынды.

– Эйе, дөрөҫ, һаплыҡ кәрәк инде ул. Һапһыҙ булмай. Һепертке лә һындырырмын...
Эй, донъя! Был донъяларҙа ирҙәрҙән дә ахмағыраҡ, ирҙәрҙән дә бер ҡатлыраҡ, ирҙәрҙән дә йәмһеҙерәк һәм уларҙан да күндәмерәк тағы ниндәй йән эйәһе бар икән?! Китте. Нисәмә көн ихатанан сыға алмай ыҙаланған Ғүмәр, ҡатыны ҡушҡас, имеш, һаплыҡҡа китте – ашыҡмай ғына, бик газ бирмәй генә, үҙ ҡәҙерен үҙе белеп кенә: “Һай, бөтмәҫ инде был ҡатын-ҡыҙ эше”, – тип мығырҙана-мығырҙана ихатанан сығып китте.

Һәм һулға боролдо. Ете өй үткәс, уңға, тыҡрыҡҡа боролаһы. Унан һуң баҫыуҙы ҡыл урталай бүлеп һуҙылған юл – ул Кәркәгә алып бара. Ҡасандыр туҡ, хөр тормошло, Хәнифәле, хәҙер инде үлән баҫҡан ауыл урынына барып төртөлә ул юл.

Һөйгәненең ҡул йылыһынан да иҫереп, хыялдарға сумып, елкенә-елкенә атлаған йәшлек юлы! Ҡыштарын, бурандарҙа аҙашмаҫ өсөн, һәр береһенең башына һалам көлтәһе бәйләнеп, оҙон-оҙон таяҡтар ҡаҙала ине. Маяҡ. Ғәҙәттә, уны Сәрүәретдин ағай теҙеп сыға. Йыл һайын теп-теүәл алтмыш өс таяҡ – саҡрым һайын егерме иҫәбенән. Ул саҡта ниндәй генә зәһәр бурандар ҡупһа ла, был юлдан ситкә тайпылған, аҙашҡан кеше булманы. Хәҙер маяҡ ҡаҙалыу түгел, ҡыштарын Кәркә юлына сысҡан эҙе лә төшмәй.

Ә йәйҙәрен! Ә йәйҙәрен бар кеше Кәркә юлында, сөнки шул яҡта ғына иң тәмле, иң эре еләк өлгөрә, шул яҡта ғына хуш еҫле мәтрүшкәләр сабып алмалы булып үҫә, шул яҡтан сабып киптерелгән бесәнде мал ҡыш бигерәк яратып ашай. Кәркәнең Түңәрәк күл һаҙлығында ғына бил һыҙлауын баҫа торған сихәтле ләм бар. Уның инеше төбөндәге һуйырташ кеүек таш яҡын-тирәлә юҡ инде. Ул ташты мунса мейесенә һалһаңмы! Ҡоро, шифалы парын шул таштарға эҫе һипкән кеше генә белә.
Ғүмәр күп ташыны инде ул һуйырташтарҙы, йыл һайын алмаштырып торҙо. Кәркә ҡыҙының йылы ҡосағында йәшәү бәхете тәтемәһә лә, таштарының ҡыҙыуын мунса һайын сығарыпмы-сығарҙы – шартлатып эҫе һалғас, таш өҫтөндә чечен кейәү һикергеләй, бәргеләнә, бейей кеүек тойолдо уға.

Тауҙы үткәс, юл һулға, соҡорға борола һәм бер аҙҙан алтмышынсы йылдарҙа ултыртылған, инде хайран ҡалырлыҡ булып үҫкән ҡатнаш ағаслыҡҡа барып керә. Юл тигеҙ, таҡыр булһа ла, Ғүмәр мотоциклын артыҡ сыбыртҡыламаны, тирә-яғына ҡарана-ҡарана яй ғына барҙы. Бында уға һәр ағас, аяҡ аҫтында сереп ятҡан ботаҡтарға ҡәҙәр таныш, күңеленә яҡын ине. “Донъяның иң хозур, иң тыныс, иң моңһоу мөйөшө ҡайҙа?” тип һораһалар, Ғүмәр: “Кәркә ерендә!” – тип әйтер ине. Йөрәгенә яҡын ошо урындың именлегенә, бөтөнлөгөнә, гүзәллегенә ҡурҡыныс янаһа, ул, уйлап та тормай, яуға күтәрелер, кәрәк икән – йәнен фиҙа ҡылыр ине.

Һәм күк йөҙөндә йәнә бер йондоҙ ҡабыныр...

Ғүмәрҙең илаһи уйҙарын һарыҡ тәкәһе бүлде, ул ҡыуаҡлыҡтан килеп сыҡты ла, артына ҡарап мәьэлдәп алғас, ебе өҙөлгән йәйә кеүек, юлға ташланды. Мәхшәр ҡупты – артында көтөү икән – һарыҡтар башлыҡтарынан ҡалышырға теләмәйсә, юлға тулды. Ғүмәр туҡталды. Мотоциклын һүндерҙе – һарыҡ көтөүенә ярып кереүҙән файҙа юҡ, улар барыбер юл бирмәйәсәк.
Һуңғы һарыҡ артынан: “Һи-и, мәхлүктәр, матайҙан шулай ҡурҡалармы ни”, – тип һөйләнә-һөйләнә бер ябыҡ ҡатын килеп сыҡты. Оҙон, тар ҡайыш менән билен өҙә яҙып быуып ҡуйған. Ҡара күлдәгенең оҙон итәге ситектәренең йөҙөнә ҡәҙәр төшөп тора. Башында – яулыҡ, уныһы ла ҡаранан. Ғүмәр сәйерһенеп ҡалды – кем булыр был?

Ҡатын, йөҙөн бороп, мотоцикл яғына ҡул һелтәне:
– Үтһәгеҙ ҙә була! Сығып бөттөләр, ахыры.

Хәнифә! Хәнифә бит был! Ана, бит остары, хас та элеккесә, уймаҡланып тора, ләкин ул хәҙер яраға оҡшаған йыйырсыҡҡа тартым.

Көтөлмәгән осрашыуҙан Ғүмәрҙең зиһене таралды, ҡойолдо ла төштө, ә Хәнифә һис ҡаушаманы, әйтерһең, улар кисә генә айырылышҡан.

– Ә-ә, һин икәнһең, Ғүмәр. Иҫәнме? Ҡайҙа барыш?

Уның тауышы һүлпән, хәлһеҙ, был донъяға битараф, ә ҡарашы – бындай ҡарашты Ғүмәрҙең быға ҡәҙәр күргәне булманы – үткер, ғорур, ләкин моңһоу ине. Ундай ауыр моң ҡайғы-хәсрәтте күп күргән күҙҙәрҙә генә булыусан.

– Ҡатынға һап кәрәк, һаплыҡҡа тип килгәйнем. Ә һин, Хәнифә, ҡайттыңмы ни? Ниңә ҡайттың?

Хәнифә:
– Икмәк һалырҙай мейестәр емерелеп бөттө унда. Бар ҙа бөттө... – тине, көрһөнөп.

– Балаларың, ирең ҡайҙа? Гел бергә-бергә ҡайтыр инегеҙ.

Хәнифәнең кәүҙәһе күҙгә күренеп дерел­дәп ҡуйҙы, һығылды – ләкин ул үҙен бик тиҙ ҡулға алды.

– Улдарым да, Мөхәммәтем дә ҡайтты. Ҡайтмай ни, улар Кәркә яғын бик тә ярата ине бит. Минең менән ҡайттылар. Мин улар менән төндәрен, һуңғы йондоҙ һүнгәнсе, һөйләшеп сығам. Яңғыҙ түгел мин. Күңел бушатыр йондоҙҙарым бар минең! Ярай, китәйем әле, йә һарыҡтарым таралып бөтөр. Бер таралһа – илде генә түгел, көтөүҙе лә йыйыуы ҡыйын...


Автор: Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Читайте нас: