Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
22 Июнь 2022, 07:10

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

22 июнь – тарихыбыҙҙың иң фажиғәле даталарының береһе. Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арнап, Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова күңелдәргә үтеп инерлек шиғыр яҙған. Уны һеҙ түбәндәге һылтанма буйынса сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

 

 

Хәтер көнө бөгөн

 

41-ҙең йәмле йәйге таңы...

Бар донъяны йәмләп таң атҡан.

Тик был таңда илем халыҡтарын,

Ҡара ҡайғы килеп уятҡан.

Яуыз дошман илгә һуғыш асҡан,

Ил өҫтөнә дошман ябырылған.

Аяз көндө йәшен йәшнәгәндәй,

Ҡайғы-хәбәр илгә таралған.

Ер йәшәреп йәмгә төрөнгәндә

Йәп-йәш кенә сибәр егеттәр,

Ил бурысын иңдәренә һалып,

Бәхилләшеп, утҡа ингәндәр.

Бер йортто ла ситләмәгән һуғыш,

Баҫып ингән, ингән емереп.

Яуға киткән ирҙәр урынына

Ҡарт-ҡоролар ҡалған егелеп.

Ауыл тулы ҡалған әбей-бабай,

Ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмер малайҙар.

Донъя йөгө улар елкәһендә,

Бала саҡһыҙ үҫкән сабыйҙар.

Еңеү көнө еңел бирелмәгән,

Йәше, ҡарты һалған бар көсөн.

Егерме миллион яугир ятып ҡалған,

Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн.

Ветерандарыбыҙ һаны көн дә кәмей,

Һуғыш һалған ауыр яранан.

Шул йылдарҙың бөгөн шаһиттары -

Һуғыш осорон күргән балалар.

Ҡәһәрле лә, зарлы ла ул заман,

Тороп ҡалһа ла бик йыраҡта.

Онотолмаҫ бер кем, бер ҡасан да,

Ул көн мәңге беҙҙең йөрәктә.

Хәтер көнө бөгөн, ҡайғы көнө,

Иҫкә алыу көнө һуғышты.

Иҫкә алайыҡ ата-бабаларҙы,

Еңеү өсөн улар һуғышты.

Иҫкә алайыҡ бөгөн фронт өсөн,

Тылда хеҙмәт иткән һәр кемде!

Һуғыш афәттәрен еңеп сыҡҡан

Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу халҡымды.
Иҫкә алайыҡ һуғыш балаларын -

Бала сағын һуғыш урлаған.

Ялан тәпәй ҡырҙа һабан һөргән
Аслы-туҡлы урған урағын.

Беҙ уларҙы мәңге онотмабыҙ,

Хаҡыбыҙ юҡ һеҙҙе оноторға!

Һуғыш афәттәре ҡағылмаһын ине,

Ер йөҙөндә башҡа бер кемгә.

Гөлфинә Исламова.

22 июнь 2022 йыл.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Читайте нас: