Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 919-сы һайлау участкаһына ла халыҡ әүҙем килә. Иртәнге сәғәттәрҙә башлыса оло йәштәгеләр өҫтөнлөк алһа, төштән һуң йәштәр күберәк күренә. Шуныһы һөйөнөслө, ғаиләләре, балалары менән килеүселәр күп.
Гөлшат һәм Радмир Ғөбәйҙуллиндар һайлауға бәләкәй генә ҡыҙҙарын да алып килгән. Ралина әле был мөһим сараның әһәмиәтен тулыһынса аңламаһа ла, ҙур теләк менән бюллетенде урнаға төшөрҙө.
#республикатвоихвозможностей, #ВыбирайБашкортостан