Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
9 Сентябрь 2018, 18:07

Башҡортостан парламенты спикеры Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш бирҙе

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Парламент Рәйесе участкаға килгән һайлаусылар һәм күҙәтеүселәр менән аралашты. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Константин Толкачев сәйәси партияларҙың юғары әүҙемлек кимәлен билдәләне.
«Һайлауҙар һайлаусыларҙа ла, сәйәси партиялар араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Меңдән ашыу кандидат парламенттағы 110 урын өсөн көрәшә. Партиялар һәм улар тәҡдим иткән шәхестәр бөтә сәйәси ҡараштар даирәһен тәҡдим итә һәм һәр кеше кандидаттарҙың программа маҡсатынан сығып һайлай ала», — тине парламент етәксеһе.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
http://www.bashinform.ru/news/1207898-spiker-parlamenta-bashkirii-progolosoval-na-vyborakh-v-gossobr...
Читайте нас: