Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
9 Сентябрь 2018, 16:28

Балтаста һайлау байрам төҫөндә үтә

Бөгөн Балтас районында һайлау участкалары урынлашҡан мәҙәниәт усаҡтарында байрам концерттары тәҡдим ителә.

Район үҙәге Иҫке Балтас ауылының үҙәк майҙанында иртәнге сәғәттән йәрминкә гөрләй. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, шәхси эшҡыуарҙар, дөйөм туҡланыу ойошмалары эшсәндәре үҙҙәре етештергән продукцияның, халыҡ ҡулланыу тауарҙарының киң ассортиментын халыҡҡа тәҡдим итә. Байрам кәйефе, көр күңел менән тауыш бирергә барған һәр кешегә йәрминкәлә үҙенә кәрәк тауарҙы табыу мөмкинлеге бар.
https://baltach.rbsmi.ru/articles/s-yas-t/baltachta-saylau-b-yr-m-t-send-t/
#республикатвоихвозможностей, #ВыбирайБашкортостан
Читайте нас: