Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
9 Сентябрь 2018, 13:41

Ҡашҡа һайлаусылары иң әүҙемдәр рәтендә

#республикатвоихвозможностей, #ВыбирайБашкортостан
Ҡашҡа ауыл Советы бинаһында урынлашҡан 920-се һайлау участкаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау ойошҡан һәм тыныс шарттарҙа бара.
— Исемлек буйынса 410 һайлаусы иҫәпләнә. Иртәнге сәғәт 11.00-гә 138 кеше килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Халыҡ әүҙем килә, бигерәктәр оло йәштәгеләр, — тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Фазлетдинова.
Һайлауға ғаиләләре, балалары, ейәндәре менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Ғәзнәүи ағай Мусин тауыш бирергә улы Фәзнәүи, килене Эльза, ейәнсәре Гөлфиә менән килгән. Әйткәндәй, Гөлфиә быйыл беренселәй тауыш бирә. Уға иҫтәлеккә бүләк һәм Рәхмәт хаты тапшырҙылар.
Наилә Имаева.
Читайте нас: