Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
6 Сентябрь 2018, 11:26

Партиялар һайлауға нисек әҙерләнә?

Һәр партия, кандитат һайлауҙың ғәҙел үтеүе яҡлы. Ошо маҡсатта “Башинформ” агентлығында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партия вәкилдәре араһында “Ғәҙел һайлау өсөн” килешеүе сараһы уҙғарылды.

Был документҡа ҡул ҡуйыуҙа “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе, “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе, “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре ҡатнашты.
– Партия-ара совет ултырышында Йәмәғәт палатаһы һәм сәйәси партиялар араһында асыҡ, ғәҙел һәм таҙа үтеүен һайлауҙы тәьмин итеү маҡсатында, 22 августа “Ғәҙел һайлауҙар өсөн” килешеүен әҙерләү һәм ҡул ҡуйыу зарурлығы тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беҙ сәйәси партияларҙы һайлау асыҡ һәм аңлайышлы уҙһын өсөн граждандар хоҡуғын күҙәтергә, бер-береһен хөрмәт итергә саҡырабыҙ, – тине төбәк Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Арина РӘХИМҠОЛОВА:
– Беҙҙең сәйәси партия һайлауға күтәренке күңел менән әҙерләнә. “Урал аръяғы йәштәре”, “Берҙәм Рәсәй шәхестәре”, “Йәмәғәт башланғыстары”, “Һинең мөмкинлектәр” йәштәр форумдары бик ойошҡан үтте. Көн дә “Аныҡ эштәр” партия проекты буйынса төҙөлгән, төҙөкләндерелгән объекттарҙы асабыҙ. Шулай уҡ кандидаттарыбыҙ урындарҙа һайлаусылар менән осраша.
“Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе етәксеһе Юнир ҠОТЛОҒУЖИН:
– Һайлауға яҡшы әҙерләндек. Әле партиянан кандидаттар ауылдарҙа, ҡала ихаталарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә. Матбуғатта, радио һәм телевидениела сығыш яһайбыҙ. Кандидаттар араһында йәштәре лә, ололары ла бар: төрлө һөнәр эйәләре, эшҡыуарҙар, интеллигенция вәкилдәре, партия хеҙмәткәрҙәре. Урындарҙа осрашыуҙар мәлендә беҙҙе халыҡ та, етәкселәр ҙә яҡшы ҡабул итә.
“Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Руфина ШАҺАПОВА:
– Урам, ихата байрамдары ойоштороп, халыҡты сүп-сарҙы айырып һалырға өйрәтәбеҙ, өмәләр ойошторабыҙ. Мәҫәлән, бөгөн Өфө ҡалаһының Непейцевский дендропаркында өмә уҙғарыла. Еңеү паркындағы “Дежнёв баҫҡысы”н тәртипкә килтереү буйынса акция үткәрҙек. Ошондай саралар аша онотолоп барған объекттарға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеп, һуңынан уларҙы дәүләт программаларына индереп, мәсьәләне хәл итеү маҡсатын ҡуябыҙ. Яңыраҡ көньяҡ-көнсығыш райондарҙы борсоған экология мәсьәләләрен өйрәнеп ҡайттыҡ. Бындай саралар йыл дауамында даими ойошторола. Беҙ уларға һәр бер кешене йәлеп итеп, мәсьәләнең төбөнә төшөп, аңлап ҡабул итһен, уны хәл итеүҙә ҡатнашһын тип тырышабыҙ.
Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән Дмитрий ИВАНОВ:
– Партия һайлаусылар менән даими эшләй. Әлеге ваҡытта һайлау кампанияһына 250 кеше йәлеп ителгән. “ЛДПР ғүмерҙе ҡотҡара” акцияһын ойоштороп, автомобиль хужаларына яҡтылыҡты сағылдырған бишмәттәр тараттыҡ. Балалар өсөн ихата байрамдары ойошторабыҙ. Халыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе йыл әйләнәһенә эшләй, унда көнөнә 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Урындарҙа мобиль ҡабул итеүҙәр буйынса ла эш туҡтамай. Беҙ һәр ихатаны, йортто йәлеп итергә тырышабыҙ, сөнки депутатлыҡҡа барған кандидат халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе белергә тейеш.
“Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Заһир ХӘКИМОВ:
– Һайлауға әҙерлек әүҙем бара, матбуғатта йыш сығыш яһайбыҙ. “Ҡыҙыу бәйләнеш” астыҡ. Халыҡ менән ойошторолған был бәйләнеш, ысынлап та, ҡыҙған таба кеүек ҡыҙыуға әйләнде. Шылтыратыуҙар бик күп, улар араһында көнүҙәк мәсьәләләр ҙә бихисап. Ҡайһы берҙәрен хәл итеү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү талап ителеүе лә аңлашыла, шуға ла һайланасаҡ депутаттарға эш күп буласаҡ, дәүләт органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура киләсәк. “Ҡыҙыу бәйләнеш” һайлау кампанияһы ваҡытында ғына эшләр тип уйлағайныҡ, халыҡ күп мөрәжәғәт иткәс, хәҙер уны дауам итергә булдыҡ.
Беҙҙең кандидаттар үҙ округтарында осрашыуҙар үткәрә, халыҡтан наказдар йыябыҙ.
Автор: Рәмилә МУСИНА
Читайте нас: