Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
3 Июнь 2018, 14:59

Асҡын районы Ҡышлауйылға иҫәп участкаһына халыҡ үҙем килә

Бөгөн иртән үк һайлауға килгән халыҡты дәртле көйҙәр яңғырап торған участок ҡаршы алды. Комиссия иҫәпләүҙәре буйынса, сәғәт ун икелә исемлеккә индерелгән халыҡтың 155-е тауыш биргән ине. Беренсе һайлаусыларға бүләктәр тапшырҙылар. Радик Ғатин, Венера Шәйхуллина, Зөлфиә һәм Булат Хөсәйеновтар, Рәмил Ғәлимшин беренселәрҙән булып килде. Бында Яңы Ҡаҙансы, Баҙансат, Олойылға, Ҡышлауйылға, Иҫке Мотабаш, Яңы Мотабаш, Мутайылға, Сат ауылдары халҡы һайлауға килә.
Эльмира Шәйхуллина.
Читайте нас: