Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
3 Июнь 2018, 12:59

Асҡын районы Ҡашҡа ауылы иҫәп участкаһында һайлау ойошҡан рәүештә бара

Районыбыҙҙа бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә барлығы туғыҙ иҫәп участкаһы эшен башланы. Шуларҙың береһе Ҡашҡала булып, Ҡашҡа, Билгеш, Әмир, Гөмбә, Сөйөш ауылдары халҡын ҡабул итә. Мөһим сараны комиссия рәйесе Сания Зәйнулла ҡыҙы Сәлихова, Ҡашҡа ауыл Советы биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Ибатулла улы Шакируллин асып, беренсе килгәндәргә "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы бүләктәрен тапшырҙы. Илнур Минһажев, Наил Шәнгәрәев, Флүрә Фәйзрахманова, шулай уҡ иң оло кешеләрҙең береһе Орҡыя Кәлимуллина иң тәүгеләрҙән булып һайлаусылар. Сәғәт 10-ға бөтә ауылдарҙан да кешеләр килде.
Читайте нас: