Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
19 Март 2018, 12:08

Тауыш биреү көндө республикала 6953 күҙәтеүсе эшләне

Тауыш биреү көндө Башҡортостандың һайлау участкаларында, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 6953, шул иҫәптән 24 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләне. Был турала журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.

Күҙәтеүселәр Даниянан, АҠШ-нан, Финляндиянан, Италиянан, Төркиәнән, Швециянан, Швейцариянан, Польшанан, Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан булды.
2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа мониторинг уҙғарыу өсөн Европала Именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма Рәсәй төбәктәренә 480 күҙәтеүсе йүнәлтә.
Төбәктә шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе күҙәтеүселәре эшләй. Уға Белорусь Республикаһынан бер күҙәтеүсе һәм 12 Ҡаҙағстан вәкиле инә. Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссияларында тауыш иҫәпләүҙә күҙәтеү алып барыла. Территориаль һайлау комиссияларында күҙәтеүселәр «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаға йомғаҡлау протоколдары мәғлүмәттәрен индергәнде ҡараясаҡ. Күҙәтеү һөҙөмтәһе буйынса улар участка һайлау комиссияларынан йомғаҡлау протоколдары һәм территориаль һайлау комиссияһынан йыйылма таблица күсермәләрен аласаҡ.
Читайте нас: