Социология фәндәре кандидаты, социолог, доцент Андрей Ғайфуллин «Башинформ» агентлығына Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау йомғаҡтарына комментарий бирҙе.
«Һайлауҙар һөҙөмтәһе фаразланғайны, уны бөтә социологик һорауламалар күрһәтте. Тауыш бирергә килеүселәр һаны ярайһы уҡ юғары булыр, алдағы йылдарға ҡарағанда күберәк теркәлер тип көтөлдө. Шулай килеп сыҡты ла. Ҡала халҡы үҙ ҡарашын әүҙем күрһәтһә лә, һәр саҡтағыса, тауыш бирергә йөрөүселәр ауыл ерендә күберәк булды», — тип билдәләне эксперт.
Йәштәр электораль һүлпән күренһә лә, һөҙөмтәлә, күҙәтеүҙәр буйынса, участкаларға килеп тауыш бирҙе, тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе. Эксперт быны һайлау кампанияһының яҡшы әҙерлек эше, акциялар менән бәйләй, уларға күрә йәштәр саҡырыуға ҡолаҡ һалып, тауыш бирергә килде.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика буйынса Владимир Путиндың алдынғылыҡты биләүе һәм башҡа дәғүәселәрҙең (икенсе урында – Павел Грудинин, өсөнсөлә – Владимир Жириновский, дүртенселә – Ксения Собчак) нисек урын алыуы алдан фаразланғайны, — тине Андрей Ғайфуллин. — Нәҡ ошо кандидаттар республика биләмәһендә әүҙем һайлау кампанияһы алып барҙы. Башҡа кандидаттар штабтарының әүҙемлеге нулгә яҡын булды, бәлки улар ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс белдермәгәндер, сөнки Башҡортостан халҡының һәр саҡ үҙ ҡарашы булды».
Башҡортостанда тауыш бирергә килеү күрһәткесе һәм төп кандидатты һайлау дөйөм Рәсәй буйынса ҡарағанда юғары булды, тип билдәләне социолог.
«Республика һәр саҡ әүҙем тауыш бирҙе, шул уҡ тенденция был һайлауҙарҙа ла һаҡланды», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Ғайфуллин.