Ҡарткиҫәк ауылындағы 924-се һайлау участкаһында ла эш йәнле бара. Фәнисә Хаматова етәкселегендәге комиссия һәр һайлаусыға иғтибарлы һәм ихтирамлы. Исемлектә барлығы 388 һайлаусы теркәлеп, 19.00 сәғәткә 355 кеше тауыш биргән. Шуларҙың 24-е өйҙәрендә һайлай. Биш йәш кеше 18 йәшен тултырып, ил яҙмышын хәл итеү хоҡуғы менән файҙаланған. Шуларҙың береһе — мәктәп уҡыусыһы Зинира Хаматова.