Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 19:23

«Салауат Юлаев» хоккей клубының йәш көйәрмәндәре Рәсәй Президентын һайлауҙа әүҙем булғандары өсөн бүләктәр алды

18 мартта Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Бүләкләү өсөн Өфө командаһының 18 йәшлек көйәрмәндәрен: Кристина Ростованы, Айрат Нуретдиновты, Эрик Хәбибовты һәм Азамат Хасаяновты саҡырҙылар.

«Һайлау участкаһына килеп, Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип уйлайбыҙ, — тине йәш көйәрмән Азамат Хасаянов. — Мин тауыш бирҙем дә инде. Беҙ, йәш быуын булараҡ, һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда».
Шулай уҡ бүләкләүҙә Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һәм Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡасыһы Анна Пругова булды. 24 йәшлек хоккейсы рәсәйҙәрҙең байтағы илебеҙ президенты өсөн тауыш бирергә килер һәм дөрөҫ аҙым яһар тигән ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: