Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 15:59

Республикала 312 725 кеше һайлауға килгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт үҙәгенең иртәнге сәғәт 10-ға биргән оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала 312 725 кеше тауыш биргән, йәғни төбәк электоратының дөйөм һанынан 10,33%. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 3398 стационар һайлау участкаһы һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 38 участка (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) эшләй. Һайлаусылар исемлегенә 3 023 200 кеше индерелгән. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә.
Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көрәшә.
Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана.
Читайте нас: