Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 15:52

Раушания Шакирова балалары менән бергәләп килде һайлауға

Ил Президентын һайлау ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Раушания Шакирова балалары менән бергәләп килде һайлауға
Ҡашҡа ауылы халҡы ла һайлауға әүҙем килә. 920-се һайлау участкаһында ла эштәр көйлө бара.
Раушания Мансур ҡыҙы Шакирова һайлауға улдары Айдар һәм Айрат, ҡыҙы Айгөл менән бергәләп килде.
— Ил Президентын һайлау ҙур яуаплылыҡ талап итә. Кем ҡулына яҙмышыбыҙҙы ышанып тапшырырға? Был үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә һайлау алды программаларын ҡарап, тауышымды лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидатҡа бирҙем. Илебеҙҙә тыныслыҡ, именлек булһын, халыҡ тағы ла яҡшыраҡ йәшәһен, эш урындары артһын, йәштәр тормоштан йәм табып, тырышып эшләһен, уларға үҫергә һәм камиллашырға мөмкинлектәр тағы ла артһын өсөн һәр кем тауыш бирергә тейеш, минеңсә.
Балаларым да был мөһим сараның әһәмиәтен аңлап, ҙур теләк менән килде һайлауға. II класта уҡыған Айгөл ҡыҙым да беҙҙән ҡалманы. Ҡыҙыҡһынып ҡарап, өйрәнеп торҙо. Айдар улым Әлмәт ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөй. Айрат Башҡорт дәүләт университетында магистратурала белем ала, — тип һөйләне Раушания Мансур ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: