Асҡын 2-се мәктәбендә урынлашҡан 902-се һайлау участкаһында 1219 кеше тауыш бирә. Һайлау комиссияһы рәйесе Вадим Саҙрыев белдереүенсә, халыҡ әүҙем, бигерәк тә ололар.
” Сәғәт көндөҙгө 12-гә 450 кеше тауыш бирҙе. Һайлау процесын боҙоусылар, тәртипһеҙ ҡыланыусылар юҡ, бигерәк тә шуныһы ҡыуандыра”, — ти ул.